Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
7 Ғинуар 2023, 14:26

Гәрсис ярҙамға килер

Аяғың талдымы? Әллә тамағың ауыртамы? Гайморит, тымау тейеп ҡаҡшатамы? Арҡаң ауыртамы, артрит йөҙәтәме, һеңер тартышамы?  Гәрсис һеҙгә ярҙамға килер! 👉Аяҡ талғанда... 

Гәрсис ярҙамға килер
Гәрсис ярҙамға килер

Аяғың талдымы? Әллә тамағың ауыртамы? Гайморит, тымау тейеп ҡаҡшатамы? Арҡаң ауыртамы, артрит йөҙәтәме, һеңер тартышамы? 

Гәрсис һеҙгә ярҙамға килер!



👉Аяҡ талғанда... 

2 аш ҡалағы гәрсисте 2 литр эҫе һыу менән бутап, аяғығыҙҙы 30 минуттай тығып ултырығыҙ. 

👉Тамаҡ ауыртҡанда... 

Бер аҙғлимон һуты менән 1 балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ бал, ярты балғалаҡ гәрсис һәм 100 мл йылы һыуҙы ҡушып болғатабыҙ. Был ҡатнашма менән тамаҡты көнөнә 4-6 тапҡыр сайҡатабыҙ. 

👉Гайморит, тымау тейгәндә... 

Берәй сепрәкте эҫе һыуға тығып алабыҙ ҙа эсенә ҡоро гәрсисте һалабыҙ. Был гәрсисле һыуҙы танау өҫтөнә йәки ике ҡаш араһына һалабыҙ. 

👉Арҡа ауыртҡанда, артриттан, һеңер тартылғанда 

Эҫе һыуға 220 гр гәрсис порошогын һалып болғатабыҙ. Тик гәрсисте әҙләп кенә өҫтәйҙәр. Төйөрҙәре тороп ҡалмаһын. Бындай ваннаны 20 минут 20 мин инер кәрәк. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Эльмира Кейекҡужина. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: