Һаҡмар
+25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
5 Ғинуар 2023, 17:11

Ашҡаҙанды дауалай торған май

Был майҙы эшләп алһағыҙ, үкенмәҫһегеҙ. Ул ашҡаҙан ауыртҡанда бик файҙалы. 

Ашҡаҙанды дауалай торған май
Ашҡаҙанды дауалай торған май

Шифалы майҙы эшләү өсөн 200 гр бүлмә температураһындағы май, 1 балғалаҡ меңъяпраҡ үләне, 1 балғалаҡ һары мәтрүшкә, 1 аш ҡалағы календула сәскәләре кәрәк була. 

Үрҙә һаналып үткән үләндәрҙе кофемолка аша йә ит турағыс аша үткәреп, онтайбыҙ. Әҙер порошокты аҡ май менән бутайбыҙ. Һөҙөмтәлә хуш еҫле үләнле май килеп сығасаҡ. 

Артабан был майҙы ҡара икмәккә (ике шырпы ҡабы ҙурлыҡтағы булһын) яғып ашарҙан ярты сәғәт алда оҙаҡ итеп сәйнәй-сәйнәй ашарға кәңәш ителә. 

Был бутерброд ауыртҡан ашҡаҙанға ысын мәғәнәһендә шифа булып тора. Был һаналып үтелгән үләндәрҙән эшләнгән май ашҡаҙанды ялмап алыр, ә ҡара икмәк ашҡаҙан һутын эшкәртеп сығарырға булышлыҡ итер. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: