Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
3 Ғинуар 2023, 10:42

һуғанды бешереп ашап ҡарағанығыҙ бармы?

Шулай уҡ бешкән һуған фурункуланы бөтөрөргә лә ярҙам итә. Һуғанлы компрессты ауыртҡан урынға 20 минутҡа һалып торор кәрәк.  Духовкала бешкән һуған менән геморройҙы ла бөтөрөп була!  Бешкән һуғанды ашап торорға ла кәңәш ителә. Ҡан ойотомлоғо (свертываемостью крови) менән проблемаһы булған кешегә файҙалы. Инфаркт йәки инсульт үткәргәндән һуң көн һайын ошондай һуғанды ашарға кәңәш ителә.   

һуғанды бешереп ашап ҡарағанығыҙ бармы?
һуғанды бешереп ашап ҡарағанығыҙ бармы?

Һуғандың файҙаһы тураһында әллә ни күп итеп яҙып тормайыҡ. Быны һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Һуған һутын бал менән ҡушып болғатһаң, бронхитты ла, пневмонияны ла, йүтәлде лә дауалай. Һуған һутынан эшләнгән компресс ҡолаҡ һыҙлдаған саҡта ярҙам итә, ул хатта тән температураһын да төшөрә ала. Быларҙың барыһын да һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. 

Ә бына бешерелгән һуғандың файҙаһы тураһында белеүселәр һирәктер моғайын. Ул термоэшкәртеү барышында үҙенең файҙалы элеменнттарын юғалтмай, киреһенсә, арттыра ғына. Бешкән һуған сей яра һәм оҙаҡ бөтәшмәгән яраны бөтөрөргә ярҙам итә. Бының өсөн һуғанды бешереп, ауыртҡан урынға һалығыҙ. 

Шулай уҡ бешкән һуған фурункуланы бөтөрөргә лә ярҙам итә. Һуғанлы компрессты ауыртҡан урынға 20 минутҡа һалып торор кәрәк. 

Духовкала бешкән һуған менән геморройҙы ла бөтөрөп була! 

Бешкән һуғанды ашап торорға ла кәңәш ителә. Ҡан ойотомлоғо (свертываемостью крови) менән проблемаһы булған кешегә файҙалы. Инфаркт йәки инсульт үткәргәндән һуң көн һайын ошондай һуғанды ашарға кәңәш ителә. 

Шәкәр диабеты йәки ҡаны ҡапыл күбәйеп киткән кешеләргә ул файҙалы. Бешкән һуғанды көн һайын иртән ас ҡарынға ашып барыу файҙалы. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланған саҡта һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Табип менән кәңәшләшегеҙ! 

Э.Кейекҡужина әҙерләне.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: