+21 °С
Болотло


Метаболизмды арттыра торған эсемлектәр
Бер алманы алып, ваҡ ҡына киҫәктәргә турайбыҙ. Унан 300 мл һыу һәм 1 десерт ҡалаҡ менән ваҡланған дәрсен һалып, һалҡыныраҡ урында 2 сәғәт төнәтәбеҙ. Йоҡлар алдынан уны эсегеҙ.
Ошолай иткәндә метаболизм көсәйә һәм организмдағы артыҡ һыуҙы сығара, артыҡ "майҙы" иретә.
Бер стакан кефирға бер десерт ҡалағы дәрсен порошогын һәм ярты ҡалаҡ имбир порошогын һалып болғатығыҙ. Был эсемлекте көнөнә ике тапҡыр: иртән һәм кис эсегеҙ.
300 гр япраҡлы йәшел сәйҙе бешереп, бер десерт ҡалағы дәрсенде һалыр болғатабыҙ. Бер аҙ һыуынғас, бер балғалаҡ бал ҡушып болғатабыҙ. Төшкө һәм киске аштан ярты сәғәт алда эсегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!