Файҙалы кәңәштәр
2 Ғинуар 2023, 15:33

Хәлһеҙлектән төнәтмә

Байрамдарҙан һуң көн тәртибе боҙолдомо? Иртән дә, кис тә хәлһеҙлек, тән һыныҡҡан кеүек тояғыҙмы? Был төнәтмә моғайын да ярҙам итер.  Бының өсөн 2-шәр аш ҡалағы кипкән шалфей һәм имән япраҡтары, 200 мл һыу кәрәк була.Шалфей һәм имән япраҡтарын иҙеп, болғатабыҙ. 2 аш ҡалағы әҙер ҡатнашмаға ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтәбеҙ һәм һөҙәбеҙ.1/4 стакан төнәтмәне ашар алдынан көнөнә 3 тапҡыр эсәбеҙ.

Хәлһеҙлектән төнәтмәХәлһеҙлектән төнәтмә
Хәлһеҙлектән төнәтмә

Байрамдарҙан һуң көн тәртибе боҙолдомо? Иртән дә, кис тә хәлһеҙлек, тән һыныҡҡан кеүек тояғыҙмы?

Был төнәтмә моғайын да ярҙам итер. 

Бының өсөн 2-шәр аш ҡалағы кипкән шалфей һәм имән япраҡтары, 200 мл һыу кәрәк була.

Шалфей һәм имән япраҡтарын иҙеп, болғатабыҙ. 2 аш ҡалағы әҙер ҡатнашмаға ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтәбеҙ һәм һөҙәбеҙ.

1/4 стакан төнәтмәне ашар алдынан көнөнә 3 тапҡыр эсәбеҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас