

Был микстура һәр өйҙә булырға тейеш, тип уйлайым. Уйламағанда аяҡ һыҙлаһа, алаң да ыуынаң...
1 аш ҡалағы эре тоҙ, 1 литр һыу, нашатыp спирты, камфора майы кәрәк була.
Башта 1 аш ҡалағы эре тоҙҙо 1 литр һыуға һалып, иҙеп алабыҙ.
80-100 мл нашатыр спиртына 10 гр камфара спиртын ҡойоп болғатып алабыҙ. Унан тоҙло иҙмә менән ҡушабыҙ. Аҡ ябалаҡтар барлыҡҡа килер. Шуға ла шешәнең ҡапҡасын ябып, ныҡ итеп һелкетер кәрәк. Шулай иткәндә был ябалаҡтар юғалыр.
Микстура әҙер.
Баш ауыртыуын баҫыр өсөн микстураны һыу парында йылытып, башығыҙға һөртөгөҙ һәм йылы яулыҡ менән уратып ҡуйығыҙ. Иртәнгә баш ауыртыуын оноторһоғоҙ.
Быуындар ауыртһа, сепрәкте был миктсураға тығып абып, һыҙлаған урынға һабығыҙ. Өҫтөнән махсус компресс ҡағыҙын йәки целлoфан һалып, уратып ҡуйығыҙ.
Ошондай компрессты көнөнә 2-3 апҡыр эшләһәгеҙ, ауыртыу онотолор.
Һау-сәләмәт булығыҙ!