Файҙалы кәңәштәр
25 Декабрь 2022, 07:55

Тәмле салат

Был тәмле салат өсөн 1 пекин кәбеҫтәһе (йәтешерәге), тауыҡтың түш ите (2 шт), 4 помидор, 100 гр ҡаты сыр, 4 киҫәк аҡ икмәк кәрәк була.  Һаналып үтелгәндәрҙең барыһын...

Тәмле салатТәмле салат
Тәмле салат

«Тәмле салат» 

Был тәмле салат өсөн 1 пекин кәбеҫтәһе (йәтешерәге), тауыҡтың түш ите (2 шт), 4 помидор, 100 гр ҡаты сыр, 4 киҫәк аҡ икмәк кәрәк була. 

Һаналып үтелгәндәрҙең барыһын да киҫәкләп турайбыҙ. 

Был ваҡыт эсендә заправка эшләйбеҙ. Бының өсөн 5 аш ҡалағы ҡаймаҡҡа 2 аш ҡалағы майонез, 2 аш ҡалағы соя соусы, 2-3 теш һарымһаҡ алына. Быларҙың барыһын бергә ҡушып бутайбыҙ. Һарымһаҡты иҙәбеҙ.

Бына бар әҙерләнгән ингридиенттарҙы ҡушып бутайбыҙ, заправка менән болғатабыҙ һәм табынға өҫтөнә ҡырылған сыр менән биҙәп бирәбеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас