Файҙалы кәңәштәр
23 Декабрь 2022, 13:30

"Ҡышҡы баҡса" салаты

Яңы йыл табынына йәнә бер салат.  Был салат өсөн ыҫланған тауыҡ ите, 100 гр майонез, 4 йомортҡа, 100 гр сыр, 40 гр ҡара емеш, ҡыяр, 100 гр консервалағы кукуруз кәрәк була.  Йомортҡаны бешереп алабыҙ ҙа һыуытабыҙ. Унан ҡабығы әрселгән йомортҡаларҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Ҡыярҙы һаламлап турайбыҙ.   

"Ҡышҡы баҡса" салаты"Ҡышҡы баҡса" салаты
"Ҡышҡы баҡса" салаты

Яңы йыл табынына йәнә бер салат. Ул "Ҡышҡы баҡса" тип атала.

Был салат өсөн ыҫланған тауыҡ ите, 100 гр майонез, 4 йомортҡа, 100 гр сыр, 40 гр ҡара емеш, ҡыяр, 100 гр консервалағы кукуруз кәрәк була. 

Йомортҡаны бешереп алабыҙ ҙа һыуытабыҙ. Унан ҡабығы әрселгән йомортҡаларҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Ҡыярҙы һаламлап турайбыҙ. 

Ҡара емеште ҡайнар һыуҙа 10 минут ебетеп алабыҙ. Унан киптереп, ваҡлап турайбыҙ. Ваҡ ҡырғыстан сырҙы үткәрәбеҙ. Тауыҡ итен ваҡлап турайбыҙ. 

Табаҡҡа һалып ит менән ҡара емеште бергә бутайбыҙ ҙа бер аҙ майонез өҫтәп, йәнә бутайбыҙ.

Һай тәрилкәшә беренсе ҡатты ҡара емеш һәм ит ҡатнашмаһынан эшләйбеҙ. Унан йомортҡаның яртыһын теҙеп һалабыҙ.

Салаттың һәр ҡатына саҡ ҡына майонез һылайбыҙ.

Йомортҡа өҫтөнә кукуру, унан ҡыяр, аҙаҡ йәнә йомортҡа һалабыҙ. 

Хәҙер инде майонез менән өҫтөн генә түгел, сит яҡтарын да ҡаплайбыҙ. Аҙаҡ сыр һибер, матурдап биҙәргә генә ҡалды.

Ашығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас