Файҙалы кәңәштәр
21 Декабрь 2022, 13:05

Тәҙрә төбөндә яран гөл

Ни өсөн яран гөлө сәскә атмай? Ул гел атһын өсөн нимә эшләргә?..

Тәҙрә төбөндә яран гөлТәҙрә төбөндә яран гөл
Тәҙрә төбөндә яран гөл

Яран гөлө һәр саҡ сәскә атһын өсөн

Күршемдең яран гөлө сәскә атып тик ултыра, минеке юҡ. Ни эшләргә?” тип зарлана танышым.

Гөлдәргә лә үҙ витаминдары кәрәк бит. Тыштан ҡар индереп иретегеҙ. Ул 1 литр булырға тейеш. Уға 1 мл водород перекисы һәм 0,6 мл йод өҫтәгеҙ һәм яҡшылап болғатығыҙ. Яран гөлдәрегеҙҙең төбө тулыһынса кипкәс, ошо ашламаны ҡойоғоҙ. Аҙнаһына бер мәртәбә, ай дауамында ҡойһағыҙ, яран гөлдәрегеҙ шау сәскә булыуы менән һөйөндөрөр.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас