+24 °С
Дождь
Бит тиреһе шыма булһын өсөн аспириндан битлек эшләп ҡарағыҙ. Аҙнаһына бер тапҡыр ҡулланғанда йөҙөгөҙ йәшәреп китер.
Бының өсөн ике төймә аспиринды ваҡлап, бер-ике тамсы һыуҙа ебетәбеҙ.
Шунан һуң бер сәй ҡалағы бал ҡушып яҡшылап болғатып 10 минутҡа битегеҙгә һөртөгөҙ.
Артабан битегеҙгә еңелсә массаж яһап, йылымыс һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.
Был битлек бит тиреһен шымартыр, ҡыҙарып торған урындар юҡҡа сығыр.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: f4a4e005d34b5839bafa5c8839f68fa9