Файҙалы кәңәштәр
14 Декабрь 2022, 11:55

ГӨЛГӨНӘ БАЙЕГЕТОВАНАН ЛИМОНЛЫ БИСКВИТ

Берәй ҡунаҡта тәмлерәк ризыҡ күрһәм, ныҡышып рецебын һорап алам да мотлаҡ һеҙҙең менән бүлешәм, дуҫтарым. Бына быныһын да бер аятта тәмләп ни тиклем тәмле булыуына хайран ҡалдым! Вааау, ҡыҙҙар, бешереп ҡарағыҙ. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.


Берәй ҡунаҡта тәмлерәк ризыҡ күрһәм, ныҡышып рецебын һорап алам да мотлаҡ һеҙҙең менән бүлешәм, дуҫтарым. Бына быныһын да бер аятта тәмләп ни тиклем тәмле булыуына хайран ҡалдым! Вааау, ҡыҙҙар, бешереп ҡарағыҙ.

- 1 стакан манный ярмаһы
- 1 стакан шәкәр ҡомо
- 1 стакан он
- 50 г мәк орлоғо
- 2 сәй ҡалағы разрыхлитель
- 2 пакет ванилин

Бөтәһен дә бергә һалабыҙ ҙа 1 йомортҡа, 1.5 стакан кефир һәм 0.5 стакан көнбағыш майы ҡушып болғайбыҙ.

Майланған йәки пергамент түшәлгән табаға ҡоябыҙ ҙа өҫтөнә онталған грек сәтләүеге һибәбеҙ. Бешерергә ҡуябыҙ, бешкәнлеген ағас сыбыҡ менән сәнсеп тикшереп ҡарайбыҙ.

Шул арала бисквит өсөн сироп әҙерләйбеҙ :
- 1 стакан шәкәр ҡомо
- 0.5 стакан һыу
- 1 лимон

Ярты стакан һыуға бер стакан шәкәр ҡомон ҡушып бешерергә ҡуябыҙ, лимонды мин тышын әрсеп эрерәк өлөштәргә турап һалдым(тышын эрсемәй ҙә мөмкиндер бәлки), сиропты 10-15 минут тирәһе бешерәбеҙ. Бисквитты дүрт өлөшкә киҫеп йәки бысаҡ менән тишкеләп сығырға ла өҫтөнә сиропты ҡойорға. Ифрат тәмле бисквит килеп сыға. 
Был күләмдән ике таба бисквит бешереп алдым, минең мәк орлоғо әҙерәк ине, ә һеҙ рецепт буйынса һалығыҙ.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас