Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
13 Декабрь 2022, 13:00

Яңы йыл табынына - тултырылған өйрәк

Был ризыҡ һеҙҙең байрам табынын биҙәйәсәк. Тулыраҡ беҙҙең сайтта. 

1. Өйрәккә маринад (лимон һуты+мандарын һуты+бер ҡалаҡ бал, тоҙ) һөртәбеҙ һәм төнгөлөккө ҡалдырабыҙ
2. Өйрәктең эсенә ҡара емеш, алма телемдәре һалып, тегеп ҡуябыҙ.
3. Духовканы 190 градусҡа ҡыҙҙырабыҙ
4. Өйрәкте махсус тоҡсайға һалып, 60 минутҡа духовкаға оҙатабыҙ.
5. Духовканы һүндерәбеҙ, әммә өйрәкте унан алмайбыҙ.
6. 25 минутан һуң өйрәкте тоҡсайҙан сығарабыҙ, бот менән түшкә араһын бысаҡ менән 6-8 сантимер тирәһе тәрәнлектә теләбеҙ.
7. Өйрәккә тағы соус һылайбыҙ.
8. Духовканы 160 граудсҡа ҡыҙҙырып, өйрәкте тағы 25 миунтҡа ҡуйып алабыҙ.
9. Тәмле ризыҡ әҙер! Өйрәктең төҫө тағы лә әҙрәк ҡыҙарһын өсөн тағы 5-10 минут тоторға мөмкин.
Аштарығыҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән алынды.

Фото: асыҡ сығанаҡтан алынды: Fa2cpPGQmHQ

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: