+24 °С
Ямғыр


Ҡул өсөн шәп крем табыуы ҡыйын. Әйҙәгеҙ, беҙ уны үҙебеҙ эшләп ҡарайыҡ. Был крем ҡулдың ярылғанын бөтөрә, йәшәртә.
Был кремды эшләр өсөн 1 йомортҡа һарыһы, 1 аш ҡалағы бал, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы кәрәк була.
Быларҙың барыһын да бергә һалып яҡшылап өуҡыйбыҙ.
1 литр йылы һыуға һалып, 2 аш ҡалағы тоҙҙо иҙеп алабыҙ. Был иҙмәгә ҡулығыҙҙы тығып, 10 минуттай тотоғоҙ.
Ҡулды йыуырға кәрәкмәй. Хәҙер мазь һөртөгөҙ. 20 минуттан һуң ҡулығыҙҙы йыуып алығыҙ.
Бер аҙҙан ҡулдарығыҙҙың шымарып, йомшарып ҡалғанын һиҙерһегеҙ.
Һәр саҡ бәхетле һәм матур булығыҙ! Ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ!