

Байрам табынына "Ҡотҡо" тип аталған ғәжәйеп салат
Был салат өсөн 150 гр ыҫланған тауыҡ ите, 100 гр маринадланған шампиньон, 1 иретелгән сыр, берәр ус ҡурылған сәтләүек менән тоҙло сухари, 5 аш ҡалағы тирәһе майонез, биҙәү өсөн йәшелсә кәрәк була.
Ыҫланған тауыҡ итен бәләкәй генә киҫәкләп турайбыҙ ҙа һай тәрилкә төбөнә һалабыҙ. Унан өҫтөнә туралған бәшмәкте теҙәбеҙ.
Был ике ҡаттың өҫтөнә майонез һылайбыҙ. Әйткәндәй, майонезды йәлләмәгеҙ. Башҡаса ул беҙгә кәрәкмәйәсәк.
Иретелгән сырҙы ҡырғыстан үткәреп, бер ҡат яһайбыҙ.
Сухарины ла онтайбыҙ. Унан салат өҫтөнә бер ҡат хасил итәбеҙ.
Тоҙло арахисты ла онтайбыҙ ҙа сухари өҫтөнә һибәбеҙ.
Әҙер салатты йәшелсә менән биҙәйбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле, табынығыҙ ҡотло булһын!