

Был тәмлекәсте бешерер өсөн 100 мл һөт, 100 гр аҡ май, 3 йомортҡа, 150 гр шәкәр, 1 балғалаҡ ванилле шәкәр, семтем тоҙ, 200 гр он кәрәк була.
Эслек 1 банка ҡайнатылған сгущенка, 50 гр аҡ майҙан, иҙелгән сәтләүектән эшләнә.
Шулай уҡ был торбаларҙы үҙегеҙ теләгән эслек менән дә тултыра алаһығыҙ.
Майҙы иретеп алабыҙ. Йомортҡаны тоҙ, шәкәр, ванилин ҡушып күпергәнсе туҡыйбыҙ. Унан майҙы, һөттө ҡушабыҙ ҙа йәнә туҡыйбыҙ.
Он ҡушып, йәнә болғатып алабыҙ.
Ҡыҙған табаға бер аҙ май өҫтәп, йоҡа ғына ҡоймаҡ ҡоябыҙ. Бында үҙегеҙ ҡарағыҙ: ҡоймаҡтарҙы үтә ныҡ киптереп тә ташламағыҙ, йә йомшаҡ итеп тм ҡуймағыҙ. Атыу кетерләп тормай.
Табанан алмаҫ элек ҡоймаҡты торба итеп төрөр кәрәк.
Ҡоймаҡтан эшләнгән торбалар һыуынғас, эслек менән тултырабыҙ ҙа ике яҡ башын иҙелгән сәтләүеккә тығып алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле булһын!