Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
10 Декабрь 2022, 04:37

Батшаларса Яңы йыл торты

Был ҡабымлыҡ өсөн йоҡа ғына ҡоймаҡтар кәрәк була. Быны үҙегеҙ яратҡан рецепт менән ҡойорға була.  Тоҙланған ҡыҙыл балыҡ, 300 гр туңған шпинат, 350 гр ҡаймаҡ кәрәк була. Биҙәр өсөн ҡыҙыл ыуылдырыҡ менән

Батшаларса Яңы йыл тортыБатшаларса Яңы йыл торты
Батшаларса Яңы йыл торты

Батшаларса Яңы йыл торты 

Был ҡабымлыҡ өсөн йоҡа ғына ҡоймаҡтар кәрәк була. Быны үҙегеҙ яратҡан рецепт менән ҡойорға була. 

Тоҙланған ҡыҙыл балыҡ, 300 гр туңған шпинат, 350 гр ҡаймаҡ кәрәк була. Биҙәр өсөн ҡыҙыл ыуылдырыҡ менән укроп кәрәк була. 

Шпинатты табала быҡтырып алығыҙ. Балыҡты йоҡа ғына итеп турағыҙ. 

Ҡоймаҡҡа ҡаймаҡты һылағыҙ ҙа өҫтөнә шпинат менән балыҡ һалығыҙ. 

Ошолай бер нисә ҡат эшләгеҙ ҙә, иң өҫкө ҡатты ҡыҙыл ыуылдырыҡ һәм укроп менән биҙәгеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, байрам табынығыҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас