+24 °С
Дождь
Яҡындарығыҙ менән тәмле итеп сәй эсергә йәһәт кенә, өс минут ваҡытығыҙҙы сарыф итеп, сынаяҡта кекс бешереп алырға була.
Кәрәк була:
4 аш ҡалағы он
4 аш ҡалағы шәкәр
2 аш ҡалағы какао
3 аш ҡалағы һөт
3 аш ҡалағы үҫемлек майы
1 йомортҡа
Әҙерләү:
Бөтә ингредиенттарҙы сынаяҡҡа һалып, яҡшылап бутарға ла, микроволновкала юғары ҡеүәткә ҡуйып, 3 минут тирәһе бешереп алырға. Һүрәттәгесә күпереп килеп сығып бешә. Тиҙ арала тәмлекәс әҙер!
Сығанаҡ: Файҙалы кәңәштәр
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:hskRQHyv9e8