+24 °С
Ямғыр
Лимондан бәлеш
250 г йомшарған маргаринды 4 стакан он менән ыуабыҙ. Шуға 2 йомортҡа, 1,5 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 стакан һөттә ебетелгән сүпрә, әҙерәк тоҙ һалып ҡамыр баҫабыҙ. 30 минутҡа ял итергә ҡалдырабыҙ. Артабан ҡамырҙы 8 өлөшкә бүлеп, йәйәбеҙ. Берәүһен генә ҙурыраҡ итәбеҙ һәм уны табаға беренсе итеп һалабыҙ. Уның өҫтөнә лимон эслеген һалабыҙ һәм тағы ла ҡамырҙы йәйәбеҙ. Һәр береһен шулай эшләйбеҙ. Духовкала бәлештең өҫтө ҡыҙарғансы тотабыҙ.
Был ҡамырҙан артыҡ ҙур булмаған ике пирог сыға.
Эслекте былай әҙерләйбеҙ: 3 лимонды ит үткәргес аша үткәрәбеҙ, 1,5 стакан шәкәр ҡомо менән яҡшылап болғатабыҙ.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: WskNXnznc3I