Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
6 Декабрь 2022, 06:10

Ике-өс аҙнанан ике-өс йылға йәшерәк күренерһегеҙ

Бик ябай һәм иң мөһиме һөҙөмтәле рецепт тәҡдим итәбеҙ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ике-өс аҙнанан ике-өс йылға йәшерәк күренерһегеҙ
Бик ябай һәм иң мөһиме һөҙөмтәле рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Дарыуханала кипкән ылымыҡ (водоросли) - ламинария һатып алабыҙ
Шәшкегә 2-3 ҡалаҡ ылымыҡты һалабыҙ ҙа, 4-5 ҡалаҡ ҡайнар һыу өҫтәйбеҙ, яҡшы итеп болғатабыҙ, өҫтөн ҡаплайбыҙ һәм 5-10 минутҡа ҡалдырабыҙ.
Иң мөһиме - һыуҙы күп итеп һалырға түгел, юғиһә биткә һылауы ҡыйын буласаҡ.
Бер нисә тамсы лимон һуты (майлы тире өсөн), А йәки Е витамины (ҡоро тире өсөн) өҫтәйбеҙ.
Бармаҡтар менән биткә һылайбыҙ һәм 20-25 минуттан битте йыуабыҙ.
Аҙнаһына 2-3 тапҡыр эшләһәгеҙ, бит тирегеҙ сафланыр һәм шымарыр.

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр"

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас