+24 °С
Ямғыр


Тәмле лә, тиҙ ҙә әҙерләнгән бәлеште бешерәйек.
Бының өсөн 200 гр маргарин, 1 стакан шәкәр, 1 стакан он, 1 йомортҡа, ярты балғалаҡ сода, семтем тоҙ, ҡайнатма кәрәк була.
Йомортҡаны шәкәр менән бергә туҡып алабыҙ. Мaргaринды иртетәбеҙ ҙә ошонда уҡ йомортҡалы-шәкәрле ҡатнашмаға ҡушабыҙ.
Он, сода һәм тоҙ һалып, бер болғатабыҙ ҙа һығылмалы ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамырҙың 1/4 өлөшөн туңдырғысҡа һалып торабыҙ. Ҡалған ҡамырҙы табаға ҡул менән һуҙғыслап, баҫҡыслап йәйеп һалабыҙ. Унан өҫтөнә ҡайнатманы ҡалын итеп һылайбыҙ.
Хәҙер туңдырғыстан ҡалған ҡамҙрҙы алып, ҡырғыстан үткәрәбеҙ.
Әҙер бәлеште уртаса ҡыҙыулыҡтағы духовкала 15-20 мин бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!