+24 °С
Ямғыр


Һарымһаҡлы һыу киҙеү ауырыуҙарынан һаҡлай. Ауырыған саҡта ул танауҙы асып ебәрә, тын алышты еңелләштерә. Йоҡлар алдынан эсә торған һыуҙы – иртәнсәк, ә иртәнсәк эсә торғанын ятыр алдынан әҙерләгеҙ.
Өс бүлкәт һарымһаҡты 1 стакан һыуға ваҡлап турағыҙ ҙа, өҫтөнә йылы һыу ҡойоғоҙ. Көнөнә бер мәртәбә йә иртәле-кисле эсегеҙ.
Һау-сәләмәт булайыҡ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.