+21 °С
Болотло
Трикотаж кейемдәрҙе йыуғанда, һыуға 1 ҡалаҡ сәй содаһы өҫтәгеҙ. Ул әйберҙең төҫөн асып ебәрә, шулай уҡ тир еҫен дә бөтөрә. Һуңынан яҡшылап сайҡатырға кәрәк. Сайҡаған һыуға 1 сәй ҡалағы глицерин өҫтәргә була. Ул йөн кейемдәрҙе йомшарта. Йөн, трикотаж кейемдәрҙе бер ҡасан да ябай порошок менән йыумағыҙ. Йөн кейемдәр өсөн махсус порошок алырға йәки шампунь менән йыуырға кәрәк.
Аҡ ойоҡбашты таҙартыуы ауыр. Эште еңеләйтеү өсөн, уларҙы йыуыр алдынан 1-2 сәғәткә 2 аш ҡалағы бор кислотаһы өҫтәлгән һыуға һалып торорға мөмкин.
Сығанаҡ: Файҙалы кәңәштәр.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 8d381cc6a084ab2de84e51a12f70f375