+24 °С
Дождь


Сырлы ҡабартмалар
Ҡабартма өсөн 200 мл кефир, яртышар балғалаҡ тоҙ менән сода, 150 гр ҡырғыстан үткәрелгән сыр, 1.5-2 стакан он кәрәк була.
Һаналып үткән ингpeдиeнттарҙы бергә ҡушып бутайбыҙ ҙа ҡамыр баҫабыҙ. Шулай уҡ ҡамырға туралған йәшелсә лә ҡушырға була.
Әҙер ҡамырҙы 5-6 өлөшкә бүлеп, йәймә йәйәбеҙ.
Әҙер йәймәләрҙе майлы табала ике яҡлап бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!