Файҙалы кәңәштәр
1 Декабрь 2022, 05:42

Быуындар һыҙлаймы?

Аптеканан кипкән әрем һатып алығыҙ ҙа майға һалығыҙ.  Бер литрлыҡ банкаға онталған бер ҡап әремде һалып, өйөгөҙҙә булған үҫемлек майын тултырғансы ҡойоғоҙ...

Быуындар һыҙлаймы?Быуындар һыҙлаймы?
Быуындар һыҙлаймы?

Кипкән әрем моғайын да һәр кемдә лә барҙыр. Әгәр булмаһа, борсолмағыҙ. Ул аптекала ла һатыла. 

Бер литрлыҡ банкаға онталған бер ҡап әремде һалып, өйөгөҙҙә булған үҫемлек майын тултырғансы ҡойоғоҙ.

Был әремле майҙы ҡояшлы тәҙрә төбөнә ултыртып ҡуйығыҙ. Мәле менән һелкетеп-һелкетеп алырға онотмағыҙ. 40 көндән һуң әрем майы әҙер була. 

Был майҙан тубығығыҙға, арҡағыҙға, һыҙлаған ҡулығыҙға компресс эшләгеҙ. 2-3 тапҡыр ошолай иткәндән һуң һыҙланыуҙар баҫылыр. 

Әйткәндәй, был май шулай уҡ аллергиянан да ярҙам итә. Сыҡҡан сабыртма урынын майлағыҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ! Хатта улар шул тиклем шәп булып күренһә лә...

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас