Файҙалы кәңәштәр
29 Ноябрь 2022, 14:00

Тамаҡ ауыртыуҙан дауа

Көҙ яҡынлашып, һыуыҡтар башланды. Һыуыҡтар үҙе менән бергә тымау, тамаҡ ауыртыу кеүек ауырыуҙарҙы ла алып килә . Бер үк ваҡытта дауалаусы ла, иммунитетты нығытыусы ла булған рецепт менән уртаҡлашабыҙ. Әйткәндәй, уны хәҙер әҙерләп ҡуйһағыҙ, ҡышҡы һыуыҡтар мәленә әҙер була.

Тамаҡ ауыртыуҙан дауаТамаҡ ауыртыуҙан дауа
Тамаҡ ауыртыуҙан дауа

Көҙ яҡынлашып, һыуыҡтар башланды. Һыуыҡтар үҙе менән бергә тымау, тамаҡ ауыртыу кеүек ауырыуҙарҙы ла алып килә . Бер үк ваҡытта дауалаусы ла, иммунитетты нығытыусы ла булған рецепт менән уртаҡлашабыҙ. Әйткәндәй, уны хәҙер әҙерләп ҡуйһағыҙ, ҡышҡы һыуыҡтар мәленә әҙер була.

Бер нисә лимонды турап, өҫтөнә бал менән бер аҙ имбир турап һалабыҙ. Әҙер ҡатнашманы банкаға һалып, ҡапҡасын нығытып ҡуябыҙ. Һыуытҡысҡа 2-3 ай ултыртып ҡуябыҙ. Ҡатнашма желе формаһына әйләнгәс, әҙер була.
Ҡулланыу өсөн бер ҡалаҡ "дарыуҙы" йылы һыу менән иҙәбеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!

Халыҡ медицинаһы рецепттары менән ҡулланғанда һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Табип менән кәңәшләшегеҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас