Файҙалы кәңәштәр
29 Ноября 2022, 12:30

Корейса кишер менән тауыҡтан яңыса салат

Яңы йылға ла күп ҡалманы. Яйлап ҡына салат рецепттарын яҙып ала тороғоҙ. 450 гр һөйәкһеҙ тауыҡ ите, 450 гр корейса кишер, 3 йомортҡа, 3-4 ҡыяр, 60 гр ҡаты сыр, тәменә ҡарап майонез, тоҙ алына.  

Корейса кишер менән тауыҡтан яңыса салатКорейса кишер менән тауыҡтан яңыса салат
Корейса кишер менән тауыҡтан яңыса салат

* 450 гр һөйәкһеҙ тауыҡ ите

* 450 гр корейса кишер

* 3 йомортҡа

* 3-4 ҡыяр

* 60 гр ҡаты сыр

* тәменә ҡарап майонез, тоҙ. 

 

Тауыҡ итен, йомортҡаны шаҡмаҡлап турайбыҙ, сырҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Ҡыярҙың ҡабығын әрсеп, шулай уҡ шаҡмаҡлап турайбыҙ.

Барыһын бергә ҡушып, майонез менән болғатабыҙ. Ярты сәғәттән салат әҙер була.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас