Ҡаҙҙарығыҙҙы йолҡоп бөттөгөҙмө? Яҫтыҡ әҙерләргә уйлайһығыҙмы? Ул сағында беҙҙең файҙалы кәңәш һеҙҙең өсөн. Яҫтыҡ өсөн иң тәүҙә ҡаҙ мамығын таҙалап, йыуырға кәрәк.
Уның өсөн ике ҡат марля йәки бәз туҡыманан тышлыҡ тегергә һәм ҡаҙ йөнөн шунда тултырырға. Йөндән эшләнгән кейемдәрҙе йыуа торған кер порошогы йәки кер һабыны һалынған һыуҙа ике сәғәт тирәһе тоторға. Ышҡып-ышҡып алырға кәрәк. Артабан шампунь һалыптағы ла бер тапҡыр йыуырға, һуңынан һыуыҡ һыуҙа бер нисә тапҡыр сайҡарға кәрәк. Артабан уларҙы таратып һалып киптерәһең. Шулай уҡ уларҙы йыуғандан һуң, таҙа тышлыҡҡа тултырып, бер нисә аҙна буйы тышҡа элеп ҡуйырға ла мөмкин. Улар шул килеш тә кибә.
Әйткәндәй, иҫке ястыҡтарҙың ҡаҙ мамығын да шулай итеп таҙартырға мөмкин.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: kak-vibrat-kassichskuyu-podushku