Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
26 Ноябрь 2022, 07:39

Тәндәге бысраҡты дөгө менән ҡыуайыҡ

Тибетта дөгө менән генә лә дауалап булғанын күптән беләләр.  * Һеҙгә нисә йәш, шул сама аш ҡалағы дөгө алығыҙ. Йыуып банкаға һалабыҙ ҙа ҡайнап бер аҙ һыуый башлаған һыу ҡоябыҙ. Ҡапҡасын ябып, һыуытҡысҡа ултыртабыҙ.  Иртәнсәк һыуын түгеп,

Тибетта дөгө менән генә лә дауалап булғанын күптән беләләр. 

* Һеҙгә нисә йәш, шул сама аш ҡалағы дөгө алығыҙ. Йыуып банкаға һалабыҙ ҙа ҡайнап бер аҙ һыуый башлаған һыу ҡоябыҙ. Ҡапҡасын ябып, һыуытҡысҡа ултыртабыҙ. 

Иртәнсәк һыуын түгеп, өймәләмә 1 аш ҡалағы дөгөнө алып 3-4 минут тоҙһоҙ ғына бешерәбеҙ. Бешкән дөгөнө иртәнге 8-се яртыға тиклем, ас ҡарынға ашайбыҙ. 

Ҡалған дөгөгөгә ҡабаттан ҡайнап һыуына башлаған һыуҙы ҡойоп, һыуытҡысҡа ултыртабыҙ. 

Ошо рәүешле банкалағы дөгө бөткәнсе эшләйбеҙ. 

*Был алымдың сере ниҙәме? 

Дөгө кристал структуралы ярма. Беҙ уны һыуҙа ебетеп, крахмалын сығарабыҙ. Дөгө бутҡаһы ашҡаҙанда эшкәртелеп, адcорбeнт кеүек хеҙмәт итә. 

Дауаланыу курсынан һуң һеҙ һау-сәләмәт кенә булып ҡалмайһығыҙ, йәшерәк тә булаһығыҙ. 

Әйткәндәй, дөгө бутҡаһын ашағандан һуң тағы ла 3 сәғәт ашарға ярамай. 

Ошолай итеп бил ауыртыуы баҫылып ҡала. Елкә тиәһендәге шытырлап торған кбурыны баҫылыр. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланған саҡта һаҡлыҡ күрһәтегеҙ. Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас