+24 °С
Ямғыр


Ҡаптағы пенопластан шәп лак эшләп була. Бының өсөн төҙөлөш магазинынан "Ксилол" һатып алығыҙ һәм быяла банкаға ҡойоғоҙ. Хәҙер инде аҙ-аҙлап пенопласт төшөрөргә ҡалды (пенопласт шунда уҡ ирей). Килеп сыҡҡан ҡаймаҡ ҡуйылығындағы лак менән таҡтанан эшләнгән әйберҙәрҙе буярға була. Әйткәндәй, пенопласты тағы ла күберәк өҫтәһәң, ул елемгә әйләнә. Был елем менән хатта шифрҙы ла йәбештереп була.