

***
Аяҡ кейеменән насар еҫ сыҡһа, төнгөлөккә эсенә сода, балалар присыпкаһын йәки активлаштырылған күмер һалырға кәңәш ителә. Шулай уҡ аяҡ кейеменең эсен уксуслы йәки водород перекисына манып алынған мамыҡ менән һөртөргә була. Әгәр еҫле майға аллергия булмаһа, эсенә лимон йә лаванда майын тамыҙырға мөмкин.
***
Әгәр аяҡтарығыҙ тирләһә 1 литр йылы һыуға 6 тамсы йодa һәм 4 аш ҡалағы тоҙ һалып болғатығыҙ. Был иҙмәгә аяҡтарығыҙҙы көнөнә 5-10 минуттай тығып ултырығыҙ.
***
Аяҡ кейеме һыуланмаһын өсөн уны 40 гр балыҡ майы, 10 өлөш балауыҙ (воск), 3 өлөш скипидар иҙмәһе менән эшкәртегеҙ.
***
Йылы көндәрҙә аяҡ кейемен эмульсия кремдары менән, ә һыуыҡ миҙгелдә органик кремдар (һыу-һауа үткәрмәгән) менән эшкәртегеҙ.