+24 °С
Ямғыр


Был дауалау ысулы халҡыбыҙҙа элек-электән килә.
Мейегә һыуыҡ тейеп, баш ауыртһа йәки күҙ йәшкәҙәй башлаһа, лепкә тапҡырына уймаҡҡа йылы ғына һары май һалып ҡаплағандар.
Йүткергәндә ас ҡарынға һары май эскәндәр.
Тән боҙолһа, һары майҙы йылытып һөртөү файҙалы.
Эс ҡатҡанда йәки газлы колика йонсотҡандә, эсәктәрҙә паразит селәүсендәр барлыҡҡа килгәндә лә һары май менән дауаланғандар.
Гүзәл Иҫәнгилдина.