

Был рецептты төрөктәр уйлап тапҡан. Әммә бындағы ингридиенттар һәр кемдә лә ҡул аҫтында бар.
3 аш ҡалағы сода
1 балғалаҡ бал
1 балғалаҡ Е витамины
1/4 балғалаҡ дәрсен (корица) онталғаны
4 балғалаҡ һөт йәки һөт өҫтө
Барлыҡ ингредиенттарҙы ҡушып болғатабыҙ. Масса ҡуйы ғына булырға тейеш. Ошо масканы биткә ҡалын итеп һылайбыҙ. Күҙ тирәһе һәм ирен тирәһендәге тирегә һөртмәйбеҙ. Кипкәнен көтәбеҙ.
15-20 минуттан һуң йылы һыу менән ыуа-ыуа йыуып төшөрәбеҙ.
Масканы йыуып төшөргәндән һуң битең сафланып, ағарып, һығылма булып ҡалғанын һиҙерһең. Бындай масканы аҙнаһына ике тапҡыр ҡулланырға ярай.
Һау-сәләмәт һәм матур булып ҡалығыҙ!
Ниндәй генә маска эшләһәгеҙ ҙә алдан битегеҙҙе йыуып, таҙартып алығыҙ! Аллергия биреп ҡуймаһын.