+24 °С
Ямғыр


″Екатерина″ салаты
Был тәмле салат өсөн 1 банка татлы кукуруз, 1 банка консерваланған шампиньон, 2-3 тоҙло ҡыяр, 1-2 ҡыҙыл болгар боросо, 1 уртаса ҙурлыҡтағы башлы һуған һәм кәрәгенсә майонез алына.
Һуғанды ваҡ итеп шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа аҡ майға һалып алтын төҫөнә ингәнсе ҡурып алабыҙ.
Унан табалағы һуған янына шампиньонды турап төшөрәбеҙ. 5 минут ҡурабыҙ ҙа һыуытырға ултыртабыҙ.
Борос менән ҡыярҙы шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа кукуруз һәм бәшмәкле һуған менән бергә ҡушабыҙ.
Бына әҙер тиһәң дә була. Табынға ултыртыр алдынан майонез һалып болғатырға ғына ҡалды.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!