+24 °С
Ямғыр


Бер литр һөткә 4-5 аш ҡалағы бал, яртышар сәй ҡалағы ванилин, мускат, корица, 3 бөртөк ҡара борос һәм бер лавр япрағы һалабыҙ. Һөттө ҡайнатып сығарып һүндерәбеҙ һәм биш минуттан эсәбеҙ. Тиҙҙән үҙегеҙгә хәл ингәнен тойорһоғоҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.