Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
18 Ноября 2022, 06:10

Хужабикәгә 5 кәңәш

Бешергәндә тоҙҙо макарондан алда һалығыҙ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Хужабикәгә 5 кәңәш

Сырник яһағанда эремсек һәм йомортҡа ҡатнашмаһына аҙ ғына көнбағыш майы ҡушығыҙ – ул тәмлерәк тә була, ҡабарыбыраҡ та торасаҡ.

Макарондарҙы ҙурыраҡ кәстрүлдә бешерегеҙ. Былай ул тигеҙ бешә, йәбешә ла һалмай. Тоҙҙо макарондан алда һалығыҙ.

Һыуытҡыста һаҡланған помидорҙың тәме үҙгәрә. Уны бер рәт итеп таратып, йәки ҡағыҙ пакетҡа һалып, бүлмә температураһында тоторға кәрәк.

Бысаҡты ҡайнар һыуҙа йыуырға ярамай – үтмәҫләнә.

Йомортҡаны алюмин һауытта туҡымағыҙ – көлһөү төҫкә инәсәк.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:c6c258e5f2b1a5c727bcee152be1442d

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас