Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
17 Ноябрь 2022, 11:36

Сода менән бешерәбеҙ ҙә, йыуабыҙ ҙа

Ябай ғына аш содаһы беҙҙең тормошҡа ныҡлап үтеп ингән. Ауырып китһәң дә, һауыт-һаба таҙартҡанда ла сода ҡулланырға була.  Йәшелсә-емеште таҙа итеп йыуыр өсөн 1 литр һыуға 1-2 балғалаҡ сода һалып ултыртып тороғоҙ. Унан йыуығыҙ.  * * * Йәшелсә һәм емештәрҙе эшкәрткән саҡта әсеһен бөтөрөр өсөн сода (1 кг йәшелсәгә 1 семтем сода) ҡушығыҙ. Ошолай иткәндә, мәҫәлән, ҡайнатмаға  йәки бәлешкә шәкәрҙе аҙыраҡ ҡушырға була.  * * *  Фасоль һәм башҡа ҡуҙаҡлы йәшелсәләр тиҙерәк бешһен өсөн кәстрүлгә (1 л һыуға 1 балғалаҡ сода) сода төшөрөгөҙ.  * * *  Һыуытҡыста насар еҫ булмаһын өсөн һауытҡа 50 грамм сода һалып, ултыртып ҡуйығыҙ. Бер нисә көндән уны алыштырырға кәрәк булыр.  * * *  Шпинат кеүек йәшелсәләр бешкән саҡта төҫөн юғалтмаһын өсөн бешергән һыуға бер аҙ сода өҫтәгеҙ.  * * *  Бит тиреһе ҡоро булһа, уны содалы һыу менән йыуығыҙ.  * * *   

Сода менән  бешерәбеҙ ҙә, йыуабыҙ ҙаСода менән  бешерәбеҙ ҙә, йыуабыҙ ҙа
Сода менән бешерәбеҙ ҙә, йыуабыҙ ҙа

Ябай ғына аш содаһы беҙҙең тормошҡа ныҡлап үтеп ингән. Ауырып китһәң дә, һауыт-һаба таҙартҡанда ла сода ҡулланырға була. 

Сәй йәки ҡәһүә хуш еҫле булһын тиһәгеҙ, уға бер семтем сода төшөрөгөҙ.

* * *

Кәбеҫтә тиҙерәк бешһен, витаминдары күберәк һаҡланһын өсөн ҡайнап сыҡҡан һыуға 1 балғалаҡ сода өҫтәгеҙ. 

* * *

Йәшелсә-емеште таҙа итеп йыуыр өсөн 1 литр һыуға 1-2 балғалаҡ сода һалып ултыртып тороғоҙ. Унан йыуығыҙ. 

* * *

Йәшелсә һәм емештәрҙе эшкәрткән саҡта әсеһен бөтөрөр өсөн сода (1 кг йәшелсәгә 1 семтем сода) ҡушығыҙ. Ошолай иткәндә, мәҫәлән, ҡайнатмаға  йәки бәлешкә шәкәрҙе аҙыраҡ ҡушырға була. 

* * * 

Фасоль һәм башҡа ҡуҙаҡлы йәшелсәләр тиҙерәк бешһен өсөн кәстрүлгә (1 л һыуға 1 балғалаҡ сода) сода төшөрөгөҙ. 

* * * 

Һыуытҡыста насар еҫ булмаһын өсөн һауытҡа 50 грамм сода һалып, ултыртып ҡуйығыҙ. Бер нисә көндән уны алыштырырға кәрәк булыр. 

* * * 

Шпинат кеүек йәшелсәләр бешкән саҡта төҫөн юғалтмаһын өсөн бешергән һыуға бер аҙ сода өҫтәгеҙ. 

* * * 

Бит тиреһе ҡоро булһа, уны содалы һыу менән йыуығыҙ. 

* * * 

Көнө буйы аяҡ өҫтө йөрөгәндән һуң 10 литр һыуға 3 балғалаҡ сода һалып, аяғығыҙҙы тығып ултырығыҙ. Ял иткәндәй булып ҡалыр. 

* * * 

Ҡултыҡ аҫтына саҡ ҡына сода һөртһәгеҙ, тир еҫе сыҡмаҫ. 

* * * 

Йыуыныр алдынан ваннаға 100 грамм сода һалып, һыуҙы ла, тәнегеҙҙе лә йомшартып була. 

* * * 

Аяғығыҙ тирләһә, аяҡ кейеменә бер аҙ сода һалығыҙ. Аҙаҡ ҡулланылған соданы ҡағып төшөрөү ҙә етә. 

* * * 

Балаҫтан насар еҫ сыҡһа, өҫтөнә сода һибеп сығығыҙ ҙа, бер нисә минуттан һуң саң һурҙырғыс менән һурҙырып алығыҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас