

Ангинаны дауалау сере
Һөҙөмтәһе шунда уҡ күренә
Рецепты:
* ярты стакан ҡырағай әнис орлоғон (тмин) иҙеп алабыҙ ҙа, 1 стакан һыуға һалып, 15 минут ҡайнатабыҙ. Һуҙылып торған шыйыҡса килеп сығыр. Ул шыйыҡса ҡәһеүә шамаһын хәтерләтер.
* Уны һөҙөп алғандан һуң стакандың дүрттән бер өлөшөнә һыу ҡойоп, йәнә ҡайнатырға ултыртабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас та, утты һүндерәбеҙ. Дауа әҙер.
* Әҙер дауаны 30 минут һайын 1-әр аш ҡалағы эсер кәрәк.
* 2 сәғәттән һуң тамаҡ ауыртыуы баҫылып ҡалыр. Йотоуы ла еңелерәк булыр. 4 сәғәттән һуң был дауаланыуҙы туҡтатырға ла мөмкин. Әгәр инде еңеллек һеҙ теләгәнсә килмәһә, йәнә дауам итергә булыр.
Был дауа шулай уҡ һыуыҡ тейеп йыш ауырыған саҡта, тонзиллиттан, фарингиттан, трахеиттан да ярҙам итеүе ихтимал.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!