Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
15 Ноябрь 2022, 13:06

Эремсектән бәлеш

Кискелеккә тиҙ генә эремсектән бәлеш бешерә һалайыҡ. Бының өсөн ни бары 15 минут етә. Юҡ, булмаҫ тиерһегеҙ. Рецепт менән уртаҡлашырға ашығабыҙ. 200 гр эремсек, 2 йомортҡа, 200 гр кефир, 50 гр шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, ванилин, 3/4 балғалаҡ сода, 150 гр он.

Эремсектән бәлешЭремсектән бәлеш
Эремсектән бәлеш

Кискелеккә тиҙ генә эремсектән бәлеш бешерә һалайыҡ. Бының өсөн ни бары 15 минут етә. Юҡ, булмаҫ тиерһегеҙ.

Рецепт менән уртаҡлашырға ашығабыҙ.

200 гр эремсек, 2 йомортҡа, 200 гр кефир, 50 гр шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, ванилин, 3/4 балғалаҡ сода, 150 гр он.

Башта йомортҡаны туҡып алабыҙ, унан кефир, эремсек, шәкәр, тоҙ, ванилин өҫтәйбеҙ. Яҡшылап болғатабыҙ ҙа өҫтөнә он иләйбеҙ, сода ҡушабыҙ. Йәнә болғатабыҙ. Ҡамыр ҡалын ҡоймаҡ ҡамыры кеүек булырға тейеш.
Ҡыҙған табаға май һалып, утын кәметәбеҙ.

Булған ҡамырҙы табаға ҡойоп, өҫтөн тигеҙләйбеҙ. Табаның ҡапҡасын ябып, 5-6 минут бешерәбеҙ. Бәлеш ҡыҙарырға тейеш. Ҡапҡасын алдан асып ҡарарға ярамай!

Унан һаҡ ҡына икенсе яғына әйләндерәбеҙ. Йәнә 5-6 минут бешерәбеҙ. Шырпы менән бешкәнме-юҡмы икәнлеген тикшереп ҡарайбыҙ.

Өҫтәлегеҙ йәмле, ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас