Файҙалы кәңәштәр
14 Ноябрь 2022, 08:05

Ҡырмыҫҡа иләүе

Еңел генә әҙерләнә торған бик тәмле "Ҡырмыҫҡа иләүе". Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ҡамыр өсөн:
-2 йомортҡа,
-200 г аҡ май йәки спред,
-2 аш ҡалағы шәкәр онтағы,
-1 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель),
- 400 г тирәһе он.

Крем өсөн:
-1 банка ҡайнатылған ҡуйыртылған һөт (вареная сгущенка),
-100 г аҡ май.

Әҙерләү:

Йомшарған майға шәкәр онтағы, йомортҡа һалырға һәм миксер менән яҡшылып туғырға, артабан ҡамыр ҡабартҡыс ҡушып, тиҙ генә ҡамыр баҫырға.

Һуңынан уны  пленкаға урап,  һыуытҡысҡа ҡуйырға. 1 сәғәттән һуң бәләкәй киҫәктәргә бүлеп, ит тартҡыс аша сығарырға. Табаға йәйеп һалып, 180 градуслыҡ духовкала 10-20 минут бешерергә. Һуңынан уны ваҡларға. 

Ҡуйыртылған һөткә аҡ май менән һалып, ваҡланған ҡамыр киҫәктәренә ҡойорға ла яҡшылап болғатырға. "Ҡырмыҫҡа иләүе"н һауыттарға һалып, үҙегеҙ теләгәнсә биҙәргә мөмкин. Иретелгән шоколад та ҡойорға мөмкин.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:1632888222_8-mykaleidoscope-ru-p-muraveinik-sladost-krasivo-foto-8

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас