+21 °С
Болотло


Кискелеккә табала ғына французса картуф бешерәйек
Бының өсөн ит, картуф, һуған менән һарымһаҡ, тоҙ, борос, помидор, сыр һәм йәшелсә кәрәк була.
Итте йоҡа ғына итеп ҡырҡып сығабыҙ ҙа көслө утта тиҙ генә ике яҡлап ҡурып алабыҙ.
Унан киҫәкләп тураған картуфты өҫтәйбеҙ. ҡапҡас япмай ғына 10-15 ҡурабыҙ. мәле менән болғатып торор кәрәк.
Турап һуған, пресс аша үткәрелгән һарымһаҡты төшөрәбеҙ.
Тоҙлайбыҙ, борослайбыҙ. йәнә болғата-болғата 5 минут ҡурабыҙ.
Картуф бешер-бешмәҫ булғас, балдаҡлап туралған помидорҙы һалабыҙ. Саҡ ҡына тоҙ һибәбеҙ. Ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибәбеҙ ҙә ҡапҡасын ябабыҙ. Сыр ирегәс, йәшелсә турап төшөрәбеҙ.
ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!