Файҙалы кәңәштәр
13 Ноябрь 2022, 08:39

Аяҡ тартышамы?

Бал менән кефир аяҡ тартышыуынан ярҙам итер.  Бының өсөн 3-5 көн буйы ас ҡарынға 1 аш ҡалағы балды ашап, артынан 1 стакан...

Аяҡ тартышамы?Аяҡ тартышамы?
Аяҡ тартышамы?

Бал менән кефир аяҡ тартышыуынан ярҙам итер. 

Бының өсөн 3-5 көн буйы ас ҡарынға 1 аш ҡалағы балды ашап, артынан 1 стакан кефир эсеп ҡуйыр кәрәк. 

Ошолай иткәндә яйлап ҡына аяҡ тартышыуы онотолор. 

Был рецептты яҙған кеше әйтеүенсә, тәүге мәлдәрҙә аяҡ тартышыуы 2-3 аҙнаға онотолоп торған. Унан ул йәнә был рецепт буйынса бал ашап,  кефир эскән. Тора-бара был интервал 1-2 айға оҙайған. 

"Хәҙер мин яңынан тартышҡанын көтөп тормайым, был "татлы" профилактиканы йылына 3-4 тапҡыр ҡабатлайым", ― тип яҙған. 

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Халыҡ медицинаһы рецепттарын һаҡлыҡ менән ҡулланығыҙ: ваҡытында табиптан консультация алырға онотмағыҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас