

Эремсектән пончик
Был тәмлекәс өсөн 250 гр эремсек, 1 стакан он, 1 йомортҡа, 3-4 аш ҡалағы шәкәр, 1 балғалаҡ ванилле шәкәр, 1 балғалаҡ сода, 1 семтем тоҙ, шәкәр пудраһы, үҫемлек майы кәрәк була.
Башта йомортҡа менән шәкәрҙе ҡушып туҡып алығыҙ. Унан ыуылған йәки ит турағыстан үткәрелгән эремсекте ҡушып болғатыҙ.
Был ҡушылмаға сода, тоҙ һәм ванилле шәкәр менән буталған ондо ҡушып ҡамыр баҫығыҙ.
Әҙер ҡамырҙы йәйеп (тик йоҡа булмаһын), стакан менән ҡырҡҡылап сығығыҙ. Унан һәр түңәрәктең уртаһын пластик шешә ҡапҡасы йәки шешә ауыҙы менән ҡырҡығыҙ.
Әҙер пончиктарҙы ҡыҙған үҫемлек майында ике яҡлап бешереп алығыҙ.
Бешеп сыҡҡан пончиктарҙы ҡағыҙ салфеткаға һалып майын һеңдереп алығыҙ ҙа өҫтөнә шәкәр пудраһын һибегеҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Не забудьте подписаться!