

Төшкөлөккә фрикаделька менән рагу бешерәйек
Бының өсөн 250 гр фарш, 80 гр һуған, 300 гр ҡабаҡ, 340 гр картуф ,25 гр томат пастаһы, 10 гр үҫемлек майы, 600 мл һыу, 100 гр татлы борос, тәменә ҡарап тоҙ һәм тәмләткестәр алына.
Фаршты тоҙлап, борослап алабыҙ ҙа фрикаделька яһайбыҙ.
Йәшелсәләрҙе турайбыҙ. Һуған менән кишерҙе 3 минут тирәһе ҡурып алабыҙ ҙа картуф, борос һәм фрикаделька өҫтәйбеҙ. Бер аҙ тоҙлап, 10 минут быҡтырабыҙ. Унан әҙ-әҙләп һыу өҫтәйбеҙ. һыуы бөтһә, йәнә өҫтәй барабыҙ. Юғиһә ул ашҡа әйләнеп ҡуйыр.
Унан туралған ҡабаҡты, томат пастаһын ҡушып, тоҙ өҫтәйбеҙ. Ҡапҡасын ябып, 10-15 минут быҡтырабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!
Йәшелсәләр күләмен үҙегеҙсә ҡарап, кәметеп, йәки арттырып ала алаһығыҙ!