Файҙалы кәңәштәр
10 Ноября 2022, 10:52

Күп ауырыуға дауа

Был рецепт буйынса эшләнгән дауа, ысындап та, күп ауырыуға дауа булып тора. Шулай уҡ иммунитет системаһын да нығыта, юғары ҡан баҫымын төшөрә, юғары кимәлдә булған хoлеcтеpиндан да файҙаһы тейеп ҡала.  Бының өсөн ни бары уны 7 көн дауамында эсергә кәрәк.  Шулай итеп, дауа өсөн 200 гр ҡырылған имбир тамыры, ҡырғыстан үткәрелгән 1 теш һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы алма һеркәһе, 1 аш ҡалағы бал, 1 аш ҡалағы лимон һуты кәрәк була.   

Күп ауырыуға дауаКүп ауырыуға дауа
Күп ауырыуға дауа

Был рецепт буйынса эшләнгән дауа, ысындап та, күп ауырыуға дауа булып тора. Шулай уҡ иммунитет системаһын да нығыта, юғары ҡан баҫымын төшөрә, юғары кимәлдә булған хoлеcтеpиндан да файҙаһы тейеп ҡала. 

Бының өсөн ни бары уны 7 көн дауамында эсергә кәрәк. 

Шулай итеп, дауа өсөн 200 гр ҡырылған имбир тамыры, ҡырғыстан үткәрелгән 1 теш һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы алма һеркәһе, 1 аш ҡалағы бал, 1 аш ҡалағы лимон һуты кәрәк була. 

Барлыҡ ингpедиенттарҙы бергә ҡушып яҡшылап болғатығыҙ ҙа һыуытҡысҡа ултыртығыҙ. Тик уны 5 көндән артыҡ һаҡларға ярамай. 

Был дауаны көнөнә 2 тапҡыр ашағыҙ. Иртән ас ҡарынға һәм төшкөһөн ашарҙан алда 1-әр балғалаҡ ҡабығыҙ. Тәүге өс көндән һуң тәүге һөҙөмтәләрҙе күрерһегеҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас