

Уртаса ҙурлдыҡтағы 10 лимонды алып, эҫерәк һыу менән йыуығыҙ. Унан һыуын һарҡытып, киҫәкләп (сәйгә һалып эскәндәге кеүек) турағыҙ. Туралған лимон киҫәктәрен 3 литрлыҡ банкаға һалығыҙ.
Унан банкаға яртышар литр бал, алоэ һутын, спирт (коньяк йәки араҡы) ҡойоғоҙ.
Банканы капрон ҡапҡас менән ябып, ҡараңғы урынға ултыртып тороғоҙ. Әҙ ҙә түгел, күп тә түгел - теүәл 40 көн!
41-се көнөндә һелкетеп алығыҙ. Көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан алда 1-әор аш ҡалағы эсер кәрәк.
10-14 көндән һуң еңеллек тойорһоғоҙ. Йәнә бер аҙҙан был проблема ҡурҡыныс төш кеүек кенә булып ҡалыр.
Был дауа шулай уҡ көслө стресс кисергәндәр өсөн дә ярҙам итә. Һыуыҡ тейгәндә лә ҡалаҡлап ҡына эсергә була.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!