Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Файҙалы кәңәштәр
8 Ноябрь 2022, 06:30

Голубцы өсөн кәбеҫтәне нисек әҙерләргә?

Ошондай ысул менән эшләһәгеҙ, 4 минутта ул әҙер була. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Голубцы өсөн кәбеҫтәне нисек әҙерләргә?

Нәҙек осло бысаҡ менән кәбеҫтәнең үҫкән еренән, төптән уратып ҡырҡып сығабыҙ. Был япраҡтарҙы айырып алыуҙы еңелләштерә. Һуңынан уны циллофан йәки махсус бешереү өсөн тәғәйенләнгән шыптыр тоҡҡа (рукав) һалып урарға. Бер нисә ерҙән тишеп, микротулҡынлы мейескә тығабыҙ. Иң юғары температураны тоҡандырып, уны дүрт минут тотабыҙ. Һуңынан уны алып, өҫтөнә һыуыҡ һыу ҡоябыҙ. Шыптырҙы ысҡындырып, япраҡтарҙы йыйып алабыҙ. Әгәр ҙә улар етерлек кимәлдә епшек булмаһа, тағы ла шыптырға урап, микротулҡынлы мейескә 2 минутҡа тығабыҙ.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: j_MiJzaE0kQ

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас