Файҙалы кәңәштәр
6 Ноября 2022, 07:15

Иҫ китмәле тәмле торт

Быны һәр кем бешерә ала. Уның өсөн кәрәк: 2 стакан кефир; 1,5 стакан шәкәр ҡомо; 2 стакан он; 6 аш ҡалағы какао (булмаһа ла мөмкин); 4 аш ҡалағы ҡамыр ҡабартҡысы (разрыхлитель); 3 дана йомортҡа. Крем өсөн: 2 стакан һөт; 1 стакан шәкәр ҡомо; 3 аш ҡалағы он; 1 йомортҡа. Әҙерләү: Тулыраҡ беҙҙең сайтта.  

Иҫ китмәле тәмле торт

Ҡамырға кәрәк:

  • 2 стакан кефир;
  • 1,5 стакан шәкәр ҡомо;
  • 2 стакан он;
  • 6 аш ҡалағы какао;
  • 4 аш ҡалағы ҡамыр ҡабартҡысы (разрыхлитель);
  • 3 дана йомортҡа.

Крем өсөн:

  • 2 стакан һөт;
  • 1 стакан шәкәр ҡомо;
  • 3 аш ҡалағы он;
  • 1 йомортҡа.

Әҙерләү:

Йомортҡа, шәкәр һәм кефирҙы бергә ҡушып, яҡшылап болғатырға. Он, какао, ҡамыр ҡабартҡысын өҫтәп тағы ла болғатабыҙ. Килеп сыҡҡан массаны табаға ҡоябыҙ һәм 180 градус эҫелектәге духовкала 40 минут бешереп алабыҙ.

Шул арала крем әҙерләйбеҙ. Һөттө ҡайнатып алабыҙ. Йомортҡаны шәкәр менән туҡып, он өҫтәйбеҙ. Уларҙың өҫтөнә ҡайнаған һөттө ҡоябыҙ һәм ут өҫтөнә ултыртабыҙ. Болғай-болғай, талғын ғына утта кәрәкле ҡуйылыҡҡа тиклем ҡайнатабыҙ.

Шоколадлы бисквитты ике йәки өс ҡатламға бүләбеҙ. Һәр бер ҡатламына крем һөртөп, коржиктарҙы ҡаплайбыҙ. Тортты 2-3 сәғәт ултыртып ҡуйырға кәрәк. Крем коржиктарға һеңергә тейеш.

Был рецепт менән әҙерләнгән торт һеҙҙең табын түрен биҙәр.

Иҫкәрмә: ҡамырға какао ҡушмаҫҡа ла мөмкин.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды:gF2y4PWfC48

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас