

Ял иртәһендә йәһәт кенә ошондай тәмле лә, еңел дә булған бәлеш менән һыйлайыҡ.
Бының өсөн 1 стакан ойоған һөт (кефир), 1 йомортҡа, 1 стакан он, 1 балғалаҡ аш содаһы кәрәк була.
Эслеккә 1 банка балыҡ консерваһы (йәки үҙегеҙ теләгән башҡа нәмә), 2 бешкән йомортҡа, йәнегеҙ теләгән йәшелсә, 50 гр сыр алына.
Башта ҡамыр әҙерләп алабыҙ. Бының өсөн кефир, йомортҡа, он, аш содаһын ҡушып бутайбыҙ ҙа майланған табаға ҡоябыҙ.
Балыҡтың майын түгеп, үҙен сәнске менән иҙәбеҙ. Уға ваҡ итеп туралған йәшелсә менән йомортҡаны ҡушабыҙ. Сырҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ.
Эслекте һалған саҡта, таба ситенә еткермәйбеҙ.
Бәлеште ҡыҙҙырылған духовкаға 20 минутҡа ултыртабыҙ.
Бешеп етмәгән бәлеште алып, өҫтөнә сыр һибәбеҙ ҙә йәнә духовкаға ултыртабыҙ. 5 минуттан бәлеш әҙер. Уны берҙәй үк эҫе килеш тә, һыуыҡ килеш тә рәхәтләнеп ашарға була.
Табынығыҙ йәмле, сәйегеҙ тәмле булһын!