+29 °С
Ясно


Был бәрхәт кеүек ҡоймаҡ өсөн 2 стакан һөт, 1 стакан ҡайнар һыу, 1,5 стакан иләнгән он, 3 йомортҡа, 3 аш ҡалағы үҫемлек майы, 3 аш ҡалағы шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ алына.
Стакандың ҙурлығы үҙегеҙҙән тора. Ҡоймаҡты ҡыҙған табала ҡойоғоҙ. Әгәр ул йәбешеп, йолҡҡоланып торһа, 1-2 ҡалаҡ он өҫтәп, 5 минуттай ултыртып тороғоҙ.
Барлыҡ ингридиенттарҙы ҡушып болғатығыҙ ҙа бер аҙ ултыртып тороғоҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!