Файҙалы кәңәштәр
3 Ноябрь 2022, 06:47

Ялҡауҙар голубцыһы

Ялҡауҙар голубцыһын бешерер өсөн 400 гр фарш, 200 гр кәбеҫтә, 1 һуған, ярты кишер, 100 мл һыу (йәшелсәләрҙе быҡтырыр өсөн), 60 гр дөгө ярмаһы, 1 йомортҡа, петрушка, йәшел һуған (теләк булғанда), 150 мл һыу (быныһы голубцыны бешерер өсөн), 2 аш ҡалағы йогурт йәки магазин ҡаймағы, 1 аш ҡалағы томат пастаһы, тәменә ҡарап тоҙ, борос, ҡурыр өсөн үҫемлек майы кәрәк була.   

Ялҡауҙар голубцыһыЯлҡауҙар голубцыһы

Туралған һуған менән ҡырғыстан үткәрелгән кишерҙе ҡурып алабыҙ. Унан ваҡ итеп туралған кәбеҫтәне ҡушып, тоҙлайбыҙ, борос һалабыҙ. Саҡ ҡына һыу ҡойоп, ҡапҡасын япҡан килеш 7-10 минут һүрән утта быҡытырабыҙ.  

Тәрән табаҡҡа фарш менән быҡтырылған йәшелсәләрҙе һалабыҙ. Шунда уҡ йыуып дөгө ярмаһын, тоҙҙо, боросто, йомортҡаны, йәшелсәне ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. 

Айырым һауытҡа ҡаймаҡ, томат пастаһын, һыуҙы, тоҙ-боросто һалып болғатабыҙ. 

Фарштан голубцы яһайбыҙ ҙа противенға теҙәбеҙ. Өҫтөнә заливканы ҡойоп, 180 градусҡа тиклем ҡыҙған духовкаға 30 минутҡа оҙатабыҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас